

Яугирҙар, уларҙың яҡындары тәүлек әйләнәһенә махсус федераль чатта бушлай медицина-психологик ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә.
Командала 60 тәжрибәле клиник медицина психологы эшләй, улар төрлө борсоулы хәлдәрҙә ярҙам итергә әҙер. Аралашыу бары тик тере белгестәр менән генә бара – яһалма интеллект ҡулланылмай. Республика клиник психотерапевтик үҙәгенең психологтары ла проектта ҡатнаша, онлайн-консультациялар үткәрә, тип белдерҙе БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Чатҡа ҡушылығыҙ һәм ошо һылтанма буйынса ярҙам алығыҙ: https://clck.ru/3SUGMY
Мөрәжәғәттәр аноним — шәхси мәғлүмәттәрҙе асыу талап ителмәй.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.