

«ЛизаАлерт Башҡортостан» эҙәрмәндәр отряды 2026 йылдың феврале өсөн статистика мәғлүмәттәре менән бүлеште.
Бер ай эсендә отрядҡа бөтә республика буйынса юғалған кешеләрҙе эҙләүгә 59 ғариза килгән, 41 кеше - тере, биш кеше һәләк булған, һигеҙ ғариза раҫланмаған. Табылмағандарҙы эҙләү дауам итә: ориентирҙар таратыла, дәлилдәр тикшерелә. Тәүлек әйләнәһенә граждандар өсөн эҙләү отрядының бушлай ҡыҙыу линияһы эшләй — 8 (800) 700-54-52.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.