

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының мөһим бурыстарының береһе – махсус хәрби операция ветерандарына медицина реабилитацияһы үткәреү. Үҙ эшен башлағандан алып ойошма илдә 280 меңдән ашыу махсус хәрби операция ветеранына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына медицина ярҙамы алыуҙа, шул иҫәптән реабилитациялауҙа комплекслы ярҙам күрһәтә.
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 900-ҙән ашыу кеше медицина реабилитацияһы үткән.
«Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы, бигерәк тә инвалидтарҙы реабилитациялау өсөн дәүләт күп мөмкинлектәр бирә. Уларға махсус үҙәктәрҙә реабилитация үтергә ярҙам иткән сертификаттар тапшырыла. Беҙ шәхси клиникалар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ», — ти «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
Мәҫәлән, Иглин районынан МХО ветераны Иван Клементьев сертификат ярҙамында доктор Бубновский үҙәгендә реабилитация үтә. Инструкторҙар ярҙамында яугир үҙенең физик хәлен тергеҙә.
Иван Клементьев МХО башланғандың тәүге көндәренән һуғышта йөрөй. «Батырлыҡ өсөн», 2-се дәрәжә «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалдары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән. Мина шартлап яраланғандан һуң егет 1-се төркөм инвалиды булып ҡала. Уның уң аяғының янбашының аҫҡы өстән бер өлөшөн ампутациялайҙар. Иван үҙаллы йөрөй алмай. Яугир оҙаҡ ваҡыт Мәскәү госпиталдәрендә дауалана. Өйгә ҡайтҡас, «Ватанды һаҡлаусылар» фондына мөрәжәғәт итә. Социаль координаторҙар ветеранға индивидуаль программа эҙләп, Бубновский клиникаһына мөрәжәғәт итә.
Бубновский үҙәге директоры Рөстәм Сафиуллиндың әйтеүенсә, инвалид яугир реабилитациялауға яуаплы ҡарай, күнекмәләрҙә тырышып шөғөлләнә. Әле протезда тәүге аҙымдарын яһай башлаған.
«Миңә күрһәткән ярҙамы өсөн үҙемдең социаль координаторҙарым рәхмәтлемен .Клиника табиптары һәм инструкторҙарына ла рәхмәтем сикһеҙ. Аяҡҡа баҫыр өсөн барыһын да эшләргә әҙермен», – ти Иван.