

2026 йылдың яҙы беҙгә яңы һынауҙар килтереүе мөмкин. Прогноздар буйынса, быйыл ташҡындың иң хөрт сценарийына әҙерләнергә кәрәк. Йылы ҡыш, бик күп яуым-төшөм, шулай уҡ сюрпризлы март айы ла күп кенә проблемалар тыуҙырыуы ихтимал. Шуға күрә республика премьер-министры Андрей Назаров ташҡынға әҙерлек барышы хаҡында һөйләгәндә, һыу кимәленең ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәүефле билдәләргә етеү мөмкинлеге тураһында иҫкәртте, бар хеҙмәттәргә лә әҙер торорға ҡушты.
Бынан тыш, уның һүҙҙәренсә, Күгәрсен районындағы Йомағужа һыуһаҡлағысын капиталь ремонтлаясаҡтар. Эштәрҙе 2027 йылға тамамларға тейештәр, ләкин уны иртәрәк тамамларға тырышасаҡтар.
Һаҡмар һыуһаҡлағысында ремонт 2025 йылда башланған. Эштең 72% инде башҡарылған, һәм быйыл уны тамамлаясаҡтар.
Шулай уҡ йылғаларҙың үҙәндәрен таҙарталар. Ғафури районындағы Егән йылғаһында һәм Миәкә районындағы Мәнәүез йылғаһында эштәр балыҡты ебәргәндән һуң тамамланасаҡ.
Уҙған йылда Мәсетле районындағы Әй йылғаһында һәм Архангел районындағы Оҙондар ауылы янындағы Инйәр йылғаһында ярҙар нығытылған. Эсәр һыу күберәк булһын өсөн 10 шишмә төҙөкләндерелгән.
Яҙҙы имен-аман үткәреп ебәрергә яҙһын инде.
Фото: Башинформ.