Студенттар завод ҡорған!

Башҡортостандан бер төркөм студент водород етештереүсе мини-завод менән таныштырҙы.

Студенттар завод ҡорған!Студенттар завод ҡорған!
Студенттар завод ҡорған!

Ентекләберәк шулай: Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡтағы Химик технологиялар һәм инжиниринг институты (ИХТИ) студенттары водород сығарыуға ҡулайлаштырылған мини-предприятиеның макетын яһаған. Был ҡоролма уҡыу ваҡытында бик кәрәк. Проект авторҙары - Евгений Ларин менән Алексей Глухов водород алыу процесын моделләргә, водород энергетикаһы технологияларын күрһәтергә өйрәнеү өсөн моделде ЗD-принтерҙа баҫып яһаған. Әлбиттә, был эш ҙур тырышлыҡ талап иткән. Егеттәр материалдар, деталдәрҙе "Йәштәр һәм балалар" милли проекты буйынса "Приоритет - 30" программаһына ярашлы конкурста еңеү арҡаһында ала алған. 

Мини-завод макеты уҡыу йортоноң кафедраһында тора. Ысын заводтан бер нәмәһе менән дә ҡалышмай, ти уны күреүселәр. Афарин, егеттәр!

Фото: Национальные проекты РФ

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас