

Март шарт та март, тигәндәр. Һәм дөрөҫ әйткәндәр. Ошо көндәрҙә ҡапыл һыуытты. Хәҙер сират - ҡапыл йылытыуға.
Белгестәр айҙың икенсе яртыһына ярайһы ғына матур фараздар еткерә. 16 марттан һуң көндөҙ термометр бағанаһы гел нулдән юғары буласаҡ. Тәүҙә +2, +4 градус тирәһе, аҙағыраҡ хатта +11 градусҡа етеүе ихтимал. Төндәрен әлегә һалҡынса, -5, -8 градус тирәһе.
Иң йылы көндәр 27, 28, 29 мартта булыр, моғайын. Унда +12 градусҡа тиклем йылытыуы күҙаллана. Атлантиканан йылы һауа массаһы килә.
Фото: автор фотоһы.