

МХО-ла ҡатнашҡан етемдәр торлаҡ менән беренсе сиратта тәьмин ителәсәк.
Республика законына төҙәтмәләр әҙерләнгән. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, махсус операцияла ҡатнашҡан етемдәр ике төр ярҙамдын береһен һайлай аласаҡ. Социаль найм килешеүе буйынса торлаҡ биреү, йә торлаҡ алыу һәм ипотеканы ҡаплау өсөн түләү.
- Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам дәүләт алдындағы төп бурыстарҙың береһе, - тине Константин Толкачев.
Закон проекты тиҙҙән парламентта комитет ултырышында ҡараласаҡ.