

Тәҙрә төптәрендә гөлдәрегеҙ шаулап сәскә атһын тиһәгеҙ, уларҙы тәрбиәләргә кәрәк. Әлбиттә, тәү сиратта һыуҙы ваҡытында ҡойорға онотмағыҙ. Аспаркам тигән дарыу гөлдәр өсөн яҡшы ашлама, уның бер төймәһен бер литр һыуға һалып ҡуйығыҙ һәм айына ике тапҡыр гөлдәргә ҡойоп сығығыҙ. Күреп торорһоғоҙ, үҫемлектәрҙең япраҡтары ҡуйы йәшел төҫ аласаҡ, күпереп сәскә ата башлаясаҡ.