Элвин Грейҙың концерттары ҡапыл туҡтатыла башлаған

Йырсы бәйләнешкә сығырға һәм әлеге ҡыҙғаныс хәлде аңлатырға мәжбүр булды.

Элвин Грейҙың концерттары ҡапыл туҡтатыла башлағанЭлвин Грейҙың концерттары ҡапыл туҡтатыла башлаған
Элвин Грейҙың концерттары ҡапыл туҡтатыла башлаған

Һарытау өлкәһенең Балаково ҡалаһында популяр башҡорт йырсыһы Элвин Грейҙың (Радик Юлъяҡшин) концерты туҡтатылды. Был хаҡта артист үҙенең телеграмма-каналында хәбәр итә.

- Сәбәбе миндә һәм командамда түгел. Һәм әлбиттә һеҙҙә лә түгел. Һуңғы тапҡыр концерт халыҡтың именлеге өсөн күсерелгән ине. Был юлы кемдер мәҙәниәт йортонда тап беҙҙең көндә нимәлер үткәрергә ҡарар иткән. Беҙҙе факт алдына ҡуйҙылар. Концертты йәнә күсереүҙең мәғәнәһе юҡ тип уйлайым. Тимәк, һеҙҙең алда сығыш яһау, һәм һеҙҙең менән осрашыу яҙмаған, - тип яҙа йырсы.
Ул, шулай уҡ, ойоштороусыларҙан һатып алынған билеттар өсөн аҡсаны кире ҡайтарыуҙарынһораған әйтте. Юлъяҡшин сығышын туҡтатҡаны өсөн ғәфү лә үтенде.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас