

Утҡа ла, һыуға ла инер ҡыҙҙарыбыҙ бар
«Афина»... Боронғо грек мифологияһындағы аҡыл һәм көс алиһәһенең исеменән алынған позывнойлы ҡыҙ алғы һыҙыҡта ауыр яраланып, ялан госпиталенә килтерелгән күпме яугирҙың ғүмерен ҡотҡарған икән?! Ошо нескә генә иңдәрҙә, көндәр буйына йоҡо күрмәгәндә, күпме көс булғандыр ҙа, снаряд ярсыҡтарынан ҡот осҡос яралар алып, бешеп, ни үле, ни тере булыуын да аңлап булмаҫлыҡ хәлгә килтерелгән ир-егеттәргә тәүге ярҙам күрһәткәндә, тыныс тормошта быларҙың береһен дә ғүмерендә лә күрмәгән йәш шәфҡәт туташы күңеле менән аҡылдан яҙырлыҡ ауыр күренеште нисек ҡабул итеп, уларҙың асырғаныс һыҙланыуҙарын йөрәге аша нисек кисергәндер?! Һүнеп барған күҙҙәр алдында үҙеңдең көсһөҙлөгөңдө тойоуҙы, пациенттың үлеменән тетрәнеүҙең ни тиклем ауыр булғанын ул үҙе генә белә.
Ә бит «Афина» медицина юлын һайлағанда быларҙың береһен дә күрермен, тип уйламағайны.
Махсус хәрби операция биләмәһендә 2,5 йыл эшләү Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының операция бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы Лилиә Ғәлиева өсөн оло тормош мәктәбе булды.
Хәрби табип булыу бала саҡ хыялы була Борай районының Иҫке Көрйә ауылы ҡыҙы Лилиәнең.
Медицина училищеһын тамамлап, хәрби госпиталдә эшләргә йыйынғас, атаһы: “Ҡыҙ баланың урыны унда түгел”, – тип теләген һүндерә ҡыҙының. Йәш белгес хеҙмәт юлын Республика клиник дауаханаһында башлай.
– Ошо медицина учреждениеһында операция бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөгәнемдә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Луганск Халыҡ Республикаһына өс айға командировкаға ебәрҙе. Унда беҙ халыҡты ҡабул иттек, яугирҙарға ла медицина ярҙамы күрһәттек. Өсәр ай эшләп ҡайтып, кире китеп, бер йыл йөрөнөм шулай. Был урындар менән ныҡлап танышҡас, РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, МХО-ла махсус тәғәйенләнештәге медицина отрядында эш башланым. Һуңынан хеҙмәтемде һауа-десант ғәскәрҙәренең айырым медицина отрядында дауам иттем.
Фронт һыҙығында эшләгәс, беҙҙе махсус рәүештә Санкт- Петербург медицина академияһында ялан медицинаһы буйынса уҡыттылар, хәрби тормошҡа әҙерләнеләр. Беҙ, ҡыҙҙар, ҡараңғыла ла автоматты һүтеп йыя ала инек. Дошмандан үҙебеҙҙе, яралыларҙы һаҡлай алыу өсөн атырға ла өйрәттеләр. Фронтта медицина ярҙамы күрһәтеү – күп кимәлле система. Яралыларҙы эвакуациялауҙың беренсе, икенсе, өсөнсө линияларында эшләргә тура килде, – тип һөйләй Лилиә. – Хәрби хеҙмәттә булыу дисциплина, бурыстарҙы аныҡ башҡарыу менән айырыла. Хәрби медицинала яуаплылыҡ көслө, стандарт булмаған хәлдәрҙә һәм шарттарҙа ярҙам күрһәтергә тура килә. Йәшермәйем, көнөнә 200 – 300 яугирҙы ҡабул иткән ваҡыттар булды. Ялһыҙ, йоҡо күрмәй эшләүҙән, арыуҙан аҙнаның ниндәй көнө икәнен дә онотоп бөтә инек. Туҡтауһыҙ снаряд шартлап, ер һелкенеп торған шарттарҙа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүе еңел түгел. Өҫтәүенә, өҫтөңдә – ауыр бронежилет һәм каска. Һыуҙың ни тиклем дә ҡәҙерле булыуын ошо һуғыш уты эсендә йөрөгәндә аңланым. Ялан госпитале – яраланып килгән һалдат өсөн өмөт утрауы. Ҡан ағыуҙан ғүмеренә ҡурҡыныс янағанда һин уны әжәл тырнағынан йолоп алаһың, ашығыс операция яһап, ниндәйҙер кимәлдә инвалидлыҡҡа килтергән осраҡтан да аралайһың.
Кешенең ғүмере ҡыл өҫтөндә торғанда һәр минут иҫәпле. Тәненә күп һанлы снаряд ярсыҡтары ҡаҙалған, ҡул-аяғын юғалтҡан, контузия алғандар күп килә. Пациенттарҙың ниндәй хәлдә булыуын баһалап, критик хәлдә дөрөҫ ярҙам күрһәтергә кәрәк. Иң мөһиме – пациентты юғалтмаҫҡа.
Яугир-медиктан ниндәй мәлдәр айырыуса хәтерендә ҡалыуын һорашам.
– Өфөлә эшләп йөрөгәндә бер төш күргәйнем. Мәрхүм атайымдың аяғына операция яһайҙар, мин шунда операция өҫтәле янында хирургҡа ярҙам итеп торам икән, тим. Ялан госпиталендә аяғы өҙөлгән бер хәрбиҙе килтерҙеләр. Шул төштә ниндәй медицина манипуляцияларын эшләнем, бында ла шуларҙы ҡабатланым. Нимә эшләргә кәрәклеген эске аңым менән белеп тора инем. Ғөмүмән, һуғышта уйланырлыҡ, тетрәндерлек хәл күп булды инде ул. Утлы мәхшәр эсендә йөрөгәндә лә ирҙәрҙең ныҡлығына, ҡорос характерына, ауырлыҡтарҙы сабыр күтәреүҙәренә һоҡлана инем.
Бер ваҡыт ҡорһаҡ аортаһы йәрәхәтләнгән осоусыға 12 сәғәт буйы операция эшләп, ҡанын туҡтаттыҡ. Күрәһең, ғүмере бөтмәгән булғандыр. Ундай осраҡтарҙа кешене ҡотҡарып ҡалыуы ауыр.
Һуғышта йөрөгәндәрҙе тылда иң борсолоп көткән кешеләр –әсәйҙәр. Аяғын юғалтҡан бер егеткә ҡатмарлы операция яһанылар. Наркоздан айнып, һөйләшерлек хәле булмаһа ла, әсәһенә үҙенең ниндәй хәлдә ятыуын әйтмәй: “Һәйбәт кенә йөрөп ятам, әсәй, борсолма”, – тип шылтыратҡанына аптырағайным шунда.
Мине лә әсәйем бик борсолоп көттө. Алғы һыҙыҡта эшләгәндә телефондарҙы ҡулланманыҡ. “Айлап шылтыратмаясаҡмын. Мине уйлап, артыҡ бөтөрөнмә”, – тип тынысландырһам да: “Минең ниндәй хәлдә йөрөүемде үҙең әсәй булғас аңларһың, балам”, – тип кенә әйтеп ҡуйҙы.
МХО-ға китер алдынан мәрхүм атайым менән нәнәйем төшөмдә мине ҡосаҡланы ла, күҙ алдымдан юғалды. Уларҙың фатиха биреүе, тип аңланым. Шуға ла хәүефһеҙлегем өсөн ҡурҡыныс янаған мәлдәрҙә лә күңелем тыныс булды, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша “Афина”.
Ғибрәт алырлыҡ күренештәрҙең дә шаһиты булырға тура килә ҡыҙға. Шартлауға эләгеп, ҡул суғында бармағы эленеп торған егеткә операция яһайҙар. Ҡырҡып ташланған бармаҡҡа ҡарап, егет иларға тотона. Балалар кеүек бармағын йәлләп илаған егеткә Лилиәнең көлкөһө килә. Аптырап: “Ниңә илайһың? Табиптар уны ҡырҡмаһа, хәлең тағы хөртәйәсәк бит“, – ти. “Эх, ошо бармаҡтар менән нисә кешенең автомобиленең ишектәрен ҡутарҙым, әйберҙәрен урланым. Тормошта бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәй икән. Хоҙай Тәғәлә бына үҙ язаһын да бирҙе”, – тип яуаплай егет.
Туҡтауһыҙ эмоциональ көсөргәнештә эшләгән “Афина”ға хәрби госпиталдә шәфҡәт туташы ғына түгел, тән яраһы менән йән яраһы ла кисергән, хатта тормошҡа өмөтөн юғалтҡан һалдаттарға психолог та булырға тура килә. Егеттәр уға серҙәрен сисә, яҡындары тураһында һөйләй. Күҙҙәренән нур бөркөлөп торған, яғымлы йөҙлө, тыныс ҡына тауышлы шәфҡәт туташының йыуатыу һүҙҙәре уларҙы тынысландыра, күңелдәренә йәшәү өмөтө һала.
Яугирҙарҙың рәхмәте, үҙен онотмауҙары – шәфҡәт туташы өсөн иң ҙур бүләк. Хәрбиҙәр һауыҡҡас, ҡыҙҙы социаль селтәрҙәр аша эҙләп таба, шиғырҙар, хаттар яҙа, һүрәттәр төшөрөп бүләк итәләр. Лилиә уларҙың барыһын да киләсәктә медицина хеҙмәткәрҙәренең фронтта героик хеҙмәте тураһында һөйләү, күрһәтеү өсөн бер папкаға йыйып бара.
– Битлектә йөрөп, яугирҙарға медицина ярҙамы күрһәтһәм дә, улар мине күҙҙәремдән танып, ҡайҙа осратһалар ҙа, рәхмәт әйтеп китә, хәтерләй. Сөнки алған яраларынан һыҙланып ятҡан кешенең ҡурҡҡан күҙҙәре беҙгә төбәлгән була. Шуға ла иҫтәрендә ҡалдыраларҙыр. Рәсәй ҙур булһа ла, юлда йөрөгәндә осрап торҙолар. Адлер аэропортында бер егет мине танып туҡтатты. “Һин яраларымды бәйләгәйнең. Мин һине таныным. Рәхмәт һеҙгә!” – тине ул. Әлбиттә, бындай һүҙҙәрҙән һуң күңелем үҫеп китә. Тимәк, ҡасандыр кемгәлер ярҙамым тейгән.
Медицина хеҙмәткәре, кесе сержант Лилиә Ғәлиеваның хеҙмәте “Фиҙакәрлек һәм һөнәрмәнлек өсөн”, Лука Крымский миҙалдары, “Һәләк булып барғандарҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалдары менән баһаланған.
Ҡыйыу шәфҡәт туташының тарихы – илһөйәрлектең һәм һөнәргә тоғролоҡтоң ысын миҫалы.
Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА.