Сәнғәтебеҙ ғорурлығы

Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан 14 мартта ижади коллективтың ҙур концерты көтөлә.  

Сәнғәтебеҙ ғорурлығыСәнғәтебеҙ ғорурлығы
Сәнғәтебеҙ ғорурлығы

Ул – башҡорт халыҡының күп яҡлы яңғырашын һәм сағыу моңон тыуҙырған ҡурай, ҡумыҙ, ҡыл-ҡумыҙ, думбыра, ятаған кеүек реликт музыка ҡоралдарын туплаған берҙән-бер оркестр. Репертуарында 500-ҙән ашыу әҫәр – башҡорт, татар, рус, ҡаҙаҡ, үзбәк, тажик һәм башҡа халыҡтарҙың ижады, рус һәм сит ил классикаһы, билдәле киномелодиялар бар. Уларҙың байтағы юбилей концертында яңғыраясаҡ. Унда тағы да билдәле яҡташыбыҙ, Татарстандың халыҡ артисы Филүс Ҡаһиров һәм Н. Осипов исемендәге Рәсәй милли академия Халыҡ инструменттары оркестры солисы, мондолинала һәм думбырала уйнаусы Екатерина Мочалова ҡатнаша.

Оркестрҙың художество етәксеһе һәм баш дирижеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Мөхәмәтйәнов.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас