Ҙур предприятие эшләй башланы

Шишмә районында «ВкусЛайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында предприятиеның эшмәкәрлеге менән танышты.  

Ҙур предприятие эшләй башланыҘур предприятие эшләй башланы
Ҙур предприятие эшләй башланы

Компания үҙ эшен 2017 йылда, республиканың уҡыу йорттарында ҡайнар туҡланыуҙы ойоштороусы сифатында башлаған. Башҡортостандың Социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһы рәйесе, республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина һүҙҙәренсә, ассортимент 90-дан ашыу позициянан тора. Улар араһында ит һәм балыҡ ярымфабрикаттары, кулинария, десерттар, балалар һәм өлкәндәр өсөн махсус туҡланыу ризыҡтары бар.

Предприятие балалар һәм диетик туҡланыу бренды аҫтында аҙыҡ-түлек етештереүҙе үҫтереү өҫтөндә әүҙем эшләй, уникаль рецептуралар һәм ҡәтғи сифат стандарттарын тәҡдим итә. Компанияның продукцияһы республиканың 720 белем биреү учреждениеларына оҙатыла. Продукцияны сауҙа селтәрҙәренә һәм маркетплейстар аша килтереү мәсьәләләре өйрәнелә, әлеге ваҡытта печеньеның 2 төрө маркетплейстар аша һатыла.

Радий Хәбиров кондитер изделиелары, ит ярымфабрикаттары, туңдырылған ҡамыр ризыҡтары цехтарын һәм «ВкусЛайн» компанияһы етештергән продукция күргәҙмәһен ҡараны. Компанияны ойоштороусы Рәмил Ғәлиуллин әйтеүенсә, 2030 йылға тиклем был проектҡа инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 965 миллион һум күләмендә планлаштырыла. Яңы завод өсөн етештереү майҙандары, яңы ҡорамалдар һәм автотранспорт һатып алынған. Яңы производствоның ҡеүәте ай һайын 850 тоннаға тиклем продукция тәшкил итәсәк.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас