

Сарала депутаттар, хоҡуҡиәт өлкәһе ғалимдары, Зөфәр Ирғәли улының көрәштәштәре һәм коллегалары ҡатнашты. Түңәрәк өҫтәлдең модераторы булып Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы вице-президенты, Дәүләт Йыйылышының бер нисә саҡырылыш депутаты Александр Дегтярев сығыш яһаны.
Парламент Рәйесе урынбаҫары Илшат Тажетдинов Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев исеменән, депутаттар корпусы исеменән түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Депутат юбилярҙың Башҡортостан Республикаһының яңы дәүләтселеген булдырыуҙа туранан-тура ҡатнашыуын, 1993 йылдағы Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының авторҙашы булыуын һәм Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Рәйесе вазифаһында оҙаҡ йылдар дауамында Төп закондың һағында тороуын билдәләп үтте.
– 1990-сы йылдар башында беҙҙең республика Рәсәй Федерацияһында тәүгеләрҙән булып демократик хоҡуҡи дәүләт принциптарын нығытты, – тине Илшат Тажетдинов. – Был төбәктәрҙең федераль үҙәк менән үҙ-ара эш итеүенең яңы моделен, власть кимәлдәре араһындағы вәкәләттәрҙе бүлеү системаһын, бюджет-ара мөнәсәбәттәр системаһын һәм илебеҙҙә федерализм нигеҙҙәрен формалаштырыу осоро булды. Зөфәр Ирғәли улы был үҙгәртеп ҡороуҙарҙың башланғысында торҙо.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар, дөйөм федераль процестарҙан һәм бурыстарҙан сығып, төбәк ҡануниәтен үҫтереүҙең төрлө аспекттарын тикшерҙе.
Сығанаҡ: Зөфәр Еникеевҡа 75 йәш тулыу уңайынан түңәрәк өҫтәл үтте