Салауат театры Өфөгә йыйына

"Театр яҙы" X Республика фестиваль-форумы сиктәрендә Салауат театры коллективы Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның «ҺӨЙӨҮ КӨСӨ» мелодрамаһын Өфө тамашасыһына тәҡдим итә.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Салауат театры Өфөгә йыйынаСалауат театры Өфөгә йыйына
Салауат театры Өфөгә йыйына

25 март, 19.00 сәғәттә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Салауат театры сығыш яһай. Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы режиссер – Зиннур Сөләймәнов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Әҫәр ысын булған ваҡиғаларға нигеҙләнгән.

Франциска исемле немец ҡыҙы башҡорт егетенә ғашиҡ булып, уға эйәреп Германиянан Рәсәйгә күсеп килә. Бай атайҙың мөхәббәтенә һәм иғтибарына төрөнөп кенә йәшәгән ҡыҙҙы Башҡортостан ерендә ҡот осҡос аслыҡ, ярлылыҡ һәм аяуһыҙ граждандар һуғышы ҡаршылай. Ул ире Сәйфетдингә ғаиләһен һәм наҙлы хистәрен һаҡлап ҡала алырмы? Ҡәйнәһе менән уртаҡ тел табырмы? Бәхетенә һәм мөхәббәтенә күңеле төшөп, ул тыуған яғына ҡайтып китмәҫме? Бына ошондай һорауҙарға спектаклде ҡарап яуап табырға мөмкин.

Спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә ҡуйылды.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова