

Мәсетле районының Оло Аҡа ауылы клубында «Дуҫлыҡ көйҙәре» фольклор байрамы үтте.
Һәр ижади коллектив үҙ биләмәһенең халыҡ ижадын сағылдырған сағыу һәм үҙенсәлекле концерт номерҙарын тәҡдим итте. Сәхнәлә халыҡ йырҙары, ҡурай һәм ҡумыҙ моңдары яңғыраны, дәртле бейеүҙәр күрһәтелде. Ә фойелағы ҡул эштәренән торған күргәҙмә күҙҙең яуын алырлыҡ ине.
Был фестиваль - ул конкурс ҡына түгел, ул ысын рухи байрам. Бында һәр ҡатнашыусы үҙен ҙур һәм татыу ғаиләнең бер өлөшө итеп тоя, унда халыҡ йолалары ҡәҙерләнә һәм һаҡлана.
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайының рәсми төркөмөнән.