

Полицейскийҙар асыҡлауынса, ир менән ҡатын күрше ҡатынға сәй-мәйгә ингән. Тамаҡты сылатып, батырайып алған ир ҡатынын көнләшеүҙән һүгенә башлаған, шунан сәнске менән янап, ҡатынын туҡмарға тотонған.
Күрше ҡатын агрессорҙы фатирҙан ҡыуып сығара алған. Әммә ир бысаҡ менән ҡоралланып, кире килгән, ишекте емерә яҙған. Әлдә участковыйҙар (Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 2-се полиция бүлегенең участка уполномоченныйҙары) уны, элек хөкөм ителгән бузотерҙы, тынысландыра алған.
Ҡатындар алдында герой булған ир формалағы ир-егеттәр янында ипле кешегә әйләнеп, ғәйебен таныған һәм иҫерек хәлдә булғанда ҡатынына ҡарата көнсөллөк хисе көсәйеүен һәм үҙен тота алмауын һөйләгән.
Хәҙер "көнсөл күбәләккә" РФ Енәйәт кодексының 119-сы статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса ("Үлтереү йәки һаулыҡҡа етди зыян килтереү менән янау") енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.