Бөтә яңылыҡтар

Ҡурайсылар иғтибарына!

Ғата Сөләймәнов исемендәге XXV Республика ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул итеү башланды.  

Ҡурайсылар иғтибарына!
Ҡурайсылар иғтибарына!

Быйыл байрам 15-16 майҙа Октябрьский ҡалаһында уҙа.

Унда ҡатнашыуға үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар, ҡурайсылар ансамблдәре саҡырыла. Башҡортостанда иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә ойоштороусылар ғаилә ансамблдәрен дә көтә.

Ғаризалар 10 майға тиклем ҡабул ителә.

Конкурс положениеһы менән Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында танышырға мөмкин.

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас