+1 °С
Ҡар
Ҡазанда сығыш яһап торғанда Татарстандың атҡаҙанған артисы Әлиә Төхвәтуллинаның хәле ҡапыл насарлана. Кисәне уның ире — Татарстандың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Ришат Төхвәтуллин тамамларға мәжбүр була, ә йырсыға залдағы табиптар ярҙам күрһәтә. Хәҙер уның хәле тотороҡланған, әммә алдағы концерттары туҡтатылды, Өфөлә сығыш яһауы әлегә билдәле түгел.