

Имбирь ҙур һауытта үҫергә ярата. Шуға ла киң , төбө тәпәш һауытҡа ултыртығыҙ. Ул күсереп ултыртыуҙы ла өнәмәй. Ултыртыр алдынан ҙурыраҡ киҫәктәргә бүлгеләнгән имбирь бүлбеләренә бактериялар инеп, серемәһен өсөн марганцовкалы һыуҙа тоталар. Үҫеш стимуляторы булған «Эпин» иретмәһендә тотоп алһағыҙ ҙа ул яҡшы итеп үҫеп китер. Был тропик үҫемлек йылылыҡты, яҡтылыҡты, еңелсә әселәндерелгән тупраҡты ярата. Тәҙрә төбөндә 23 градус йылылыҡ булырға тейеш. Бүлмәләге йылылыҡ +15 булһа, һалҡында ул үҫеүҙән туҡтап, ял итәсәк. Артыҡ ҡоро һауаны ла яратмай. Шуның өсөн япраҡтарына һыу бөркөп тороу яҡшы.
Көндәр йылытҡас, үҫемлекте теплицаға күсерәләр. Ул шунда яҡшыраҡ үҫә. Япраҡтары кипкәс, йыйып алалар.
Имбирь һыуытҡыста бер ай яҡшы һаҡлана.
Беҙҙең климат шарттарында март айы тамамланғансы фитолампа яҡтыһында үҫтерегеҙ.
Фото: 7dach.ru