Бөтә яңылыҡтар

Герой мәңге хәтерҙә!

Көйөргәҙе районы Аҡһары ауылы мәктәбендә тантаналы рәүештә «Герой партаһы» асылған.

Герой мәңге хәтерҙә!
Герой мәңге хәтерҙә!

Аҡһары ауылы мәктәбендә мөһим һәм күңелгә үтеп инерлек ваҡиға — сығарылыш уҡыусыһы, Ватанды һаҡлаусы Салауат Юнир улы Әбүкәевҡа арналған «Герой партаһы»ның асылыуы булды, - тип хәбәр итте был хаҡта район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. - Актив спортсы һәм яҡшы бала булараҡ, ул бәләкәйҙән үк рух көсөн һәм Тыуған илгә һөйөүен күрһәтә. Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт иткәндән һуң, 2023 йылда ул махсус хәрби операция зонаһына китә, снайпер булып хеҙмәт итә һәм хәрби наградаларға лайыҡ була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2024 йылдың 16 февралендә Авдеевканы азат иткәндә уның ғүмере өҙөлә. Ҡыйыу егет иҫтәлегенә тыуған ауылында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, уның хөрмәтенә саңғы буйынса район ярыштары ла үткәрелә. "Герой партаһы" мәктәп йыһазы ғына түгел. Был хәтер, намыҫ һәм батырлыҡ символы, ул көн һайын изге эштәргә, уҡыуға һәм үҫешкә илһам бирә. Геройыбыҙға -  мәңгелек дан!

Салауат Юнир улы, зәңгәр күҙле матур егет, бала сағынан алдынғылар рәтендә була. Етеҙ, аҡыллы, һәләтле, егәрле малай мәктәп концерттарында даими ҡатнаша, күңеле тулы хис-тойғо булғанға ла, йырларға ярата, спектаклдәрҙә оло теләк менән уйнай, физкультураны ярата. Ғүмеренең ахырынаса матур, ихлас, әҙәпле булып ҡала...

Салауат Юнир улы мәңгелеккә киткән, әммә үҙе тураһында тик яҡты хәтирәләр ҡалдырған. Онотмаһын уны Тыуған ил!

Фото: https://vk.ru/kuyurgaza_adm

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас