Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә үҙенсәлекле сабый тыуған!

Бала бик бәләкәй кәүҙә  ауырлығы менән тыуа һәм ашығыс реанимация талап итә.

Өфөлә үҙенсәлекле сабый тыуған!
Өфөлә үҙенсәлекле сабый тыуған!

Ҡаланың перинаталь үҙәгендә 490 граммлыҡ ҡыҙ донъяға килгән. Йөклө ҡатынға ашығыс кесарев киҫелеше операцияһын яһайҙар. Сөнки  плацента ҡатламының ваҡытынан алда айырылыуы әсә ҡарынында ятҡан баланың ғүмеренә хәүеф тыуҙыра.

 Сабый тыуғанда уның хәле бик ауыр һәм тотороҡһоҙ була. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығында аңлатыуҙарынса, бындай экстремаль түбән тән ауырлығы яңы тыуған сабыйҙар өсөн йәшәү сиге булып тора. Бала шунда уҡ реанимация һәм интенсив терапия бүлегенә эләгә, үпкәләрен яһалма елләтеүҙә була, антибиотиктар һәм инфузия терапияһы ала. Телемедицина консультациялары барышында дауалауҙы В.И Кулаков исемендәге НМИЦ АГП федераль үҙәге белгестәре менән килешеп алып баралар. Әсә тәүлек әйләнәһенә сабыйы янына инә ала.

Табиптарҙың бөтә тырышлығы бушҡа булмай: ҡыҙ үҙаллы тын ала башлаған  һәм ауырлығы 1600 грамға еткән.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас