12 мартта, көндөҙгө сәғәт 3-тә Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт музейында (Яңы Күпер урамы, 20 адресы буйынса) үтәсәк кисәгә рәхим итегеҙ. Сарала әҙибә үҙе, уның яҡташтары, ижадташ дуҫтары ҡатнаша.
Гөлшат Әхмәтҡужина 1951 йылдың 28 февралендә Әбйәлил районының Юлдаш ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, оҙаҡ йылдар матбуғатта эшләй. 80-се йылдарҙа матбуғатта тәүге әҙәрҙәре донъя күрә. Ә тәүге йыйынтығы 1981 йылда сыға. Пьесалары Башҡорт дәүләт академия һәм Сибай башҡорт дәүләт драма театрҙарында сәхнәләштерелде. Иң популяр драмаһы - "Абыстай" тамашасылар һөйөүен яуланы.
Яҙыусы бөгөн тыуған районында йәшәп ижад итә.