Беҙҙең университеттар — иң яҡшылар исемлегендә!

Волга буйы федераль округының вуз рейтингы буйынса һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, беҙҙең юғары уҡыу йорттары иң яҡшы егерме араһына ингән.

Беҙҙең университеттар — иң яҡшылар исемлегендә!Беҙҙең университеттар — иң яҡшылар исемлегендә!
Беҙҙең университеттар — иң яҡшылар исемлегендә!

Башҡорт дәүләт аграр университеты рейтингтың алтынсы баҫҡысына күтәрелгән. Был уҡыу йорто ғилми ҡаҙаныштары, белем биреү кимәле һәм йәмәғәт эштәре буйынса алға киткән.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ун өсөнсө урында тора. Буласаҡ уҡытыусылар һәм педагогтар йәмәғәт эштәре һөҙөмтәһе буйынса шул өлкәлә иң яҡшы дүртәү араһына ингән.

Округтың илле ике вузы булған рейтингта иң көслө егерме эсенә инеү өсөн уҡытыусылар, студенттар һәм ғилми коллектив күп көс һалған.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Римма Аҡманова
Читайте нас