Бөтә яңылыҡтар

12 сәғәт тамуҡта: Башҡортостанда ҡыҙҙы оҙаҡ ваҡыт әсирлектә тотҡандар

Уға ҡарата көс тә ҡулланғандар.

12 сәғәт тамуҡта: Башҡортостанда ҡыҙҙы оҙаҡ ваҡыт әсирлектә тотҡандар
12 сәғәт тамуҡта: Башҡортостанда ҡыҙҙы оҙаҡ ваҡыт әсирлектә тотҡандар

Иглин район-ара суды урындағы кешегә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ул законһыҙ рәүештә  кешеләрҙе иркенән мәхрүм итеүҙә һәм үлтереү менән янауҙа ғәйепле тип табылған.

 Ир, Иглин ауылында шәхси йортта иҫерек

килеш танышын туҡмап, 12 сәғәт буйына уны баҙҙа тота. Бер нисә айҙан һуң, зыян күреүсене осратҡас, уны үлтереү менән янай, һуңынан бысаҡ менән сәнсә һәм ҡайыш менән быуып үлтерергә маташа.

 Бынан тыш, енәйәтсе бығаса таныш булмаған ир менән дә ыҙғыш сыға. Ул шулай уҡ   кешенең һаулығына  зыян килтерә – уның  башына утын менән һуға.

Ҡылған эштәре өсөн язанан ҡасыу маҡсатында енәйәт эше фигуранты Башҡортостандан ҡаса.

Уны полиция хеҙмәткәрҙәре биш йылдан һуң Екатеринбург  биләмәһендә ҡулға ала.

 Суд ир-атҡа ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында өс йыл дүрт айға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләй.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас