Бөтә яңылыҡтар

Алыҫ сәфәргә сыҡмай тороғоҙ!

Ун бер районда трассаларҙа хәрәкәт сикләнгән!

Алыҫ сәфәргә сыҡмай тороғоҙ!
Алыҫ сәфәргә сыҡмай тороғоҙ!

Өфө - Бөрө - Яңауыл юлының 60-сы саҡрымынан алып 214-се саҡрымына тиклем (Благовещен, Бөрө, Мишкә, Борай, Ҡалтасы, Яңауыл райондары); 

Дүртөйлө - Нефтекама трассаһының 0 саҡрымынан алып 87-се саҡрымына тиклем (Дүртөйлө, Краснокама, Ҡалтасы райондары);

Өфө - Инйәр - Белорет трассаһының 67-се саҡрымынан алып 222-се саҡрымына тиклем (Архангел һәм Белорет райондары)

йөк машиналары һәм пассажир транспорты өсөн хәрәкәт сикләнгән.

Сикләү насар һауа шарттары арҡаһында индерелгән.

Хәрәкәт сикләүенең яҡынса тамамланыу ваҡыты 21.00 сәғ.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

 

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас