Бөтә яңылыҡтар

Яңауылда фажиғә!

Бөгөн төндә Ломоносов урамында гараждың яныуы хаҡында хәбәр килеү менән, янғын һүндереүселәр шунда ашыҡҡан. 

Яңауылда фажиғә!
Яңауылда фажиғә!

Тәүге подразделениелар килеп еткән мәлгә 4х6 метрлыҡ гараж һәм уның эсендә торған Hyundai Accent автомобиле ут менән солғап алынған булған.

Янғынды Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ут һүндереүселәре һәм Истәк ауыл советының ирекле янғын һүндереү командаһы һүндергән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндереү һәм конструкцияларҙы һүтеү барышында автомобиль салонында һәләк булған кешенең кәүҙәһе табылған. Фараз буйынса, был 51 йәшлек ир. Әлеге ваҡытта белгестәр янғындың сәбәбен асыҡлай. Тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дознавателе үткәрә.

Фото: МЧС РБ.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас