0 °С
Болотло
Ҡот осҡос хәл Мәскәү өлкәһендә була.
Билдәле булыуынса, дүртенсе класс уҡыусыһы Развилка ҡасабаһында юл ситенә өйөлгән ҡар өҫтөндә шыуа. Ниндәйҙер мәлдә ул ҡар өйөмөндә тоннель ҡаҙырға ҡарар итә һәм эскә инә. Юлды таҙартып китеп барған трактор баланы күрмәй һәм инеү урынын ҡаплай.
Баланың кәүҙәһен тәүлек үткәс кенә табалар. Әле полиция тикшереү үткәрә.