Был ҡот осҡос хәл 2025 йылдың 30 ноябре кисендә булған. Билдәле булыуынса, улы әсәһе менән бергә спиртлы эсемлектәр эскән, унан социаль учреждениеға урынлаштырылған ике балаһын опекаға алыуын һораған. Улар араһында тауыш сыҡҡан. Йәне көйөп киткән ир әсәһен күтәреп алған да тәҙрә аша ырғытҡан. Ҡатын алынған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ йән биргән.
Тәфтиш комитеты енәйәттең аңлы рәүештә ҡылынғанын раҫлаған дәлилдәр йыйған. Ир үҙ ғәйебен таныған. Эш судҡа тапшырылған.