Бөтә яңылыҡтар

Хәрби журналистар өсөн

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары хәрби журналистика ветерандарын яҡлауға йүнәлтелгән Законды ҡабул итте.

Хәрби журналистар өсөн
Хәрби журналистар өсөн

Республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, законға ярашлы, хәрби хәбәрселәргә дәүләт органдарында, урындағы үҙидара органдарында, йәмғиәт өсөн әһәмиәтле эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыусы ойошмаларҙа тәү сиратта ҡабул ителеү хоҡуғы бирелә.

Һүҙ социаль яҡлау тураһында ғына түгел, ә тәү сиратта ошо ҡыйыу кешеләрҙең ҡаҙаныштарын һәм айырым статусын асыҡтан-асыҡ таныу хаҡында бара. Улар дөрөҫлөк өсөн көрәшә, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып факттар таба, ялғанға ҡаршы тора. Уларға бындай ташлама биреү дәүләт һәм йәмғиәт яғынан рәхмәт һәм теләктәшлек күрһәтеү билдәһе булып тора, тигән фекерҙә депутаттар.

Фото: автор фотоһы.

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас