Бөтә яңылыҡтар

Гөлназ Асаева: «Зыян күреүселәр өсөн доға ҡылабыҙ!»

Билдәле йырсы юл-транспорт ваҡиғаһы хаҡында ентекләп һөйләне.

Гөлназ Асаева: «Зыян күреүселәр өсөн доға ҡылабыҙ!»
Гөлназ Асаева: «Зыян күреүселәр өсөн доға ҡылабыҙ!»

Гөлназ әйтеүенсә, команданы йөрөткән бейеүсенең ҡапыл хәле насарайыуы сәбәпле, ул үҙе руль артына ултырырға мәжбүр була. Йырсы водителдең ял итеүен теләй.

– Көн торошо ысынлап та насар ине, буран, боҙлауыҡ, колея. Ниндәйҙер мәлдә мине ҡаршы һыҙатҡа алып ташланы, автомобиль менән идара итә алманым, был хәлдә бер нәмә лә эшләү мөмкин түгел ине, — тип яҙа Асаева.

Ул уны транспорт менән идара итеүҙән сикләүҙәрен дә әйтә, әммә әлегә уның ҡайғыһы юҡ, ти йырсы. Гөлназ бер кемдән дә йәшеренмәүен, зыян күреүселәр менән бәйләнештә булыуын һәм зыянды ҡапларға әҙер булыуын да белдерә.

Авария көнөндә, улар дауаханаға барған, әммә зыян күреүселәр янына индермәгәндәр. Йырсы аҙыҡ-түлек һәм бәйләнеш өсөн телефонын яҙып ҡалдырған.  

– Әле ауыр хәлдә булған Ирина Д.өсөн доға ҡылабыҙ, ул минең ғәйебем арҡаһында реанимацияға эләкте, — тип яҙа Гөлназ.

Гөлназ Асаева ялған мәғлүмәт таратмауҙарын һорай һәм зыян күреүселәрҙең хлдәре яҡшырғас ҡына концерт бирә башлаясағын хәбәр итә.

 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аварияла бер ҡатын ныҡ йәрәхәтләнә.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас