Бөтә яңылыҡтар

Гөлназ Асаева аварияла зыян күреүселәргә ярҙам итерме?

Билдәле булыуынса, Гөлназ Асаева автомобиль менән үҙе идара иткән һәм юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе булған.  Әле зыян күреүселәр дауаханала, уларҙың береһе ауыр хәлдә.

Гөлназ Асаева аварияла зыян күреүселәргә ярҙам итерме?
Гөлназ Асаева аварияла зыян күреүселәргә ярҙам итерме?

Авариянан һуң Гөлназ Асаева тәүге тапҡыр  тынлыҡты өҙҙө һәм барлыҡ дөрөҫлөктө һөйләп бирҙе : зыян күреүселәр унан  ярҙам көтә.  

Йырсы 28 февралдә трассала «Hyundai Solaris» менән бәрелешкән «jac» внедорожнигы руле артында булыуын таныны.

Авария ҡатмарлы һауа шарттарында була артистка идара итеүҙе үҙ итә алмай, ҡаршы һыҙатҡа сыға. Зыян күргән ир менән ҡатындың ҡыҙы Элина Ufa1-гә әсәһенең ауыр хәлдә булыуын һөйләй: янбаш, бот, яурыны һыныуы, яңаҡ-мейе йәрәхәттәре, эске ағзаларҙың йәрхәтләнмәүе лә шик аҫтында.

«Бындай йәрәхәттәр менән иҫән ҡалмайҙар, әммә беҙ ныҡ торабыҙ һәм әсәйемдең һауығып китеүенә ышанабыҙ», — ти ҡыҙ.

Уның атаһы еңелсә йәрәхәттәр менән ҡотола.

 Элина әйтеүенсә, авариянан һуң икенсе көндө йырсының ярҙамсыһы ғәфү үтенгән һәм ярҙам вәғәҙә иткән хат алып килә, әммә шул ваҡыттан алып артист бәйләнешкә сыҡмай. Йырсы үҙе руль артында булыуын раҫлай һәм зыян күргән яҡтың уның менән бәйләнештә булыуын белдерә. 4 мартҡа Өфөлә планлаштырылған концерт туҡтатылды-артистка һәм коллектив сығыш яһай алмай.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас