Бөтә яңылыҡтар

Өфөгә "Тарпан"дар килә!

Сибай концерт-театр берекмәһенең этно-фольк төркөмө 9 апрелдә Башҡорт дәүләт филармония сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ.  

Өфөгә "Тарпан"дар килә!
Өфөгә "Тарпан"дар килә!

Программала - танылған йыр- моңдар менән бер рәттән, заманса йырҙар, өр-яңы музыкаль композициялар башҡарыласаҡ.

Концертта ҡатнашалар - Йәғәфәр Нәҙершин, Башҡортостандың халыҡ артисы Раушан Ниязғолов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дим Шәрәфиев, йырсылар Азат Исҡужин, Наҙгөл Ултраҡова, музыканттар Сергей Филиппов, Альмира Баймырҙина, Буранбай Исҡужин, "Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамбле.

Тамаша Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында 19:00 сәғ. башлана. Матур саранан ситтә ҡалмағыҙ!

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас