Андрей Назаров үҙенең сығышында Рәсәйҙә дәүләт һәм эшҡыуарҙар берләшмәһе араһындағы мөнәсәбәттәрҙең бер нисә төп үҫеш осорон айырып күрһәтте. Ике мең йыллыҡтың башланыуын ул йылдам үҫеш һәм оптимизм осоро тип атаны. Дәүләт иҡтисадҡа үҙаллылыҡ бирә: етди корпорациялар барлыҡҡа килә, лидерҙар формалаша. Улар бөгөн Рәсәйҙә генә түгел, донъяла ла билдәле. Әммә 2008 йылғы донъя көрсөгө күп кенә алымдарҙы ҡайтанан ҡарарға мәжбүр итә. Рәсәй ВВП-ның биш проценты күләмендә көрсөккә ҡаршы саралар пакетын булдыра, әммә бизнес алып барыу шарттары ҡатмарлы булып ҡала: юғары һалымдар, иҡтисади статьялар буйынса ҡаты енәйәти эҙәрлекләү. Капиталдың ситкә китеүе йылына 200 млрд долларға етә. Премьер-министр аңлатыуынса, бизнес өсөн өс нәмә мөһим: отошло эшләү, уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек, һәм улар бер кимәлдә булырға тейеш.
2011 йылда йылына дүрт миллион иҡтисади енәйәт теркәлеүе, бының һәр өсөнсө эшҡыуарға ҡағылыуы ил үҫеше иҡтисадына һиҙелерлек кире йоғонто яһаны, - тип билдәләне спикер. «Бизнес коррупцияға ҡаршы» йәмәғәт процедуралары үҙәге булдырылыуы, һуңыраҡ иҡтисади амнистия үтеүе, ул меңәрләгән эшҡыуарҙы аҡлауы, ә һуңынан капитал амнистияһы ла үтеүе хәлде бер аҙ яйға һала. Коронавирус пандемияһы ла иҡтисад өсөн һынылышлы осор булып торһа ла, ул саҡта власть менән бизнес араһында партнерлыҡ моделе тулыһынса формалашыуы ауыр мәлдәрҙе йырып сығырға мөмкинлек бирә. Был осорҙа, Андрей Назаров һүҙҙәренсә, улар бергәләп эш итә: госпиталдәр төҙөй, битлектәр етештерә, иҡтисадҡа дәүләт нисек тә ярҙам итергә тырыша. Башҡортостанда дөйөм суммаһы яҡынса 100 млрд һумлыҡ ике ярҙам саралары пакеты ҡабул ителә. Пандемия минималь юғалтыуҙар менән үтә.
Дүртенсе йыл барған махсус хәрби операция ла – эшҡыуарҙар өсөн көтөлмәгән һынау булды, күп эшҡыуарҙарҙың сит илдә һаҡлаған капиталдары юҡҡа сыҡты. Илеңдең мәнфәғәте сиктәрендә эшҡыуарлыҡ алып барһаң, уны ҡурҡмай үҫтерергә була . Һәр дәүләт социаль йүнәлешле эш алып барған эшҡыуарҙарын яҡлай, тигән фекерен еткерҙе спикер.
Һөйләшеү барышында Андрей Назаров студенттар менән бизнестағы шәхси тәжрибәһенә нигеҙләнгән фекерҙәре менән уртаҡлашты.Артабан осрашыу аралашыу форматында үтте, студенттар БР Хөкүмәте Премьер-министрына һорауҙар бирҙе.