БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһында ведомство башлығы Ольга Кабанова әйтеүенсә, ошо йыл аҙағына беҙҙә уртаса эш хаҡы кәмендә 11,4 процентҡа артырға тейеш.
Былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса күрһәткес (уртаса) 74,4 мең һум булған. Йыл буйына 10 процентҡа артҡан икән.
Тик хеҙмәт хаҡы күләме буйынса әллә ни алдынғы була алмайбыҙ. Былтыр ғинуар-ноябрҙә ПФО-ла етенсе урында булғанбыҙ. Мәҫәлән, 2022 йылда - өсөнсө, 2023 йылда дүртенсе урынды биләгәнбеҙ. Рәсәй кимәлендә иһә 48-се урында торабыҙ (2022 йылда - 39-сы, 2023 йылда 40-сы булғанбыҙ).
Баяғы 74,4 мең һумды министр әйткәнсә, 11,4 процентҡа арттырһаҡ, нисә тәңкә килеп сыға инде? Йыл аҙағына шул сама аҡса көтәбеҙ, тимәк...