Бөтә яңылыҡтар

Һеҙҙең яҡта көн нисек?

Көн торошо әлеге генә көйләнмәй, өйҙә ҡалыу яҡшыраҡ, ти белгестәр.

Һеҙҙең яҡта көн нисек?
Һеҙҙең яҡта көн нисек?

Бөгөн болотло, епшек ҡар, урыны менән ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, ваҡыты менән көслө.

Һауа температураһы -2…+2 градус.

Епшек ҡарҙың ағастарға һәм тимер сымдарға һырыуы күҙәтелә.

Ҡайһы бер райондарҙа буран сығыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ ҡар һырынтылары булыуы фаразлана.  

Водителдәргә иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын һаҡларға кәңәш ителә.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас