

Әлеге ваҡытта репетициялар бара. Премьера март аҙағына тәғәйенләнгән. Спектаклдең режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илдар Вәлиев, рәссамы - Нурия Ғәбиҙуллина, музыкаль яҡтан Юлай Үҙәнбаев биҙәй.
Башҡортостандың халыҡ артистары Дамира Сәйетова менән Рушат Мөҙәрисовтан тыш, спектаклдә актер Айҙар Хөснөтдинов, был ижад миҙгелендә генә эш башлаған йәш артистар Азалия Мөхәммәтшина, Радмила Нуретдинова, Гөлшат Исламғоловалар ҡатнаша.