Башҡортостандың халыҡ артисы Элвин Грей ҡатынын ҡотлаған!

Уның кәләшенең тыуған көнө булған. Йырсы һөйгәненә рәхмәт һүҙҙәрен еткергән.

Башҡортостандың халыҡ артисы Элвин Грей ҡатынын ҡотлаған!Башҡортостандың халыҡ артисы Элвин Грей ҡатынын ҡотлаған!
Башҡортостандың халыҡ артисы Элвин Грей ҡатынын ҡотлаған!

Билдәле йырсы Элвин Грей ҡатынын тыуған көнө менән ихлас ҡотлап, уға өйҙәге йылылыҡ һәм ҡот өсөн рәхмәт еткерә. Социаль селтәрҙәрҙә артист, ҡайҙа ғына булһа ла, тап ҡатынының мөхәббәте һәм өйҙә ҡорған йылы мөхите уны ысын мәғәнәһендә бәхетле итә, тип билдәләй.
«Һәм ошо көндә һин миңә бүләк иткән йылығың өсөн рәхмәт әйтергә теләйем. Сөнки, ҡайҙа ғына булһам да, мине өйҙә көтөүеңде белеп торам. Һәр көнөң бәхет менән тулы булһын, һәм бөтә хыялдарың тормошҡа ашһын», — тип яҙа Элвин.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас