Ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан "Иғтибар! Стартта! Март!" тип аталған концерт программаһы сәхнәгә сыға. Унда филармонияның талантлы солистары - Вәхит Хызыров, Артур Туҡтағолов, Искәндәр Ғәзизов, Радик Вәлмөхәмәтов, Лилиә Ишемйәрова, Римма Амангилдина, Миңзифа Исҡужина һәм башҡалар ҡатнаша. Моңло йырҙарға, юморға бай тамашаның режиссеры - Регина Ишбулатова.
7 мартта үтәсәк концертҡа рәхим итегеҙ!