– Тура бәйләнеш булырға тейеш. Беҙҙә ситуацион үҙәк эшләй. Шунда хәбәр итеүегеҙҙе һорайым, – тип белдерҙе республика Башлығы. Башҡортостанда йәшәүселәр 8 (347) 218-19-19 телефоны буйынса Башҡортостандың Ситуация үҙәгенә менән мөрәжәғәт итә ала. Бынан тыш, Радий Хәбиров илдә Башҡортостандың Ғәрәп Әмирлектәрендәге вәкиле Громов Роман Владимировичтың эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡортостан вәкиленең Ғәрәп Әмирлектәрендәге бәйләнештәре: +7 (919) 619-99-90 (MAX мессенджеры аша). Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева башҡарылған эштәр хаҡында һөйләне.
– Ял көндәрендә беҙгә 25-кә яҡын граждан мөрәжәғәт итте. Барыһы ла иҫән-һау. Уларға йәшәп торорға яңы урын табырға, туроператор менән бәйләнешкә инергә ярҙам итергә кәрәк. Беҙ тура бәйләнеш ойошторҙоҡ. Әгәр турист үҙ аллы килһә, генераль консуллыҡ аша ғаризаны сайтта тултырырға кәрәк, беҙ бөтә ҡағиҙәләрҙе әҙерләнек. Әгәр туроператор аша улар менән бәйләнешкә сығырға ярҙам итһәк, улар бөтә мәсьәләләрҙе хәл итә. Эмираттарҙағы ҡайһы бер штаттар йәшәү ваҡытын оҙайта, ә ҡайһы берҙәре оҙайтмай. Йәшәү урыны табырға ярҙам итәбеҙ. Әгәр кемдеңдер хәле бик киҫкен булһа, вәкилебеҙ Роман Владимировичтың тура номеры бар, ул бөтә ватандаштарыбыҙ менән тура бәйләнештә тора, – тип аңлатты министр.