Бөтә яңылыҡтар

Трассаны яҡтыртыу мәсьәләһе хәл итергә ҡушылды

Башҡортостан менән идара итеү үҙәгендә үткән бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров ял көндәрендә Мораҙым тарлауығына сәйәхәте тураһында һөйләне. Дөрөҫөрәге — Өфө- Стәрлетамаҡ трассаһы хаҡында. 

Трассаны яҡтыртыу мәсьәләһе хәл итергә ҡушылды
Трассаны яҡтыртыу мәсьәләһе хәл итергә ҡушылды

  Радий Фәрит улы  Өфө – Стәрлетамаҡ трассаһының  тейешенсә яҡтыртылмауына ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Проблеманы хәл итеү өсөн ул “Приуралье” автомобиль юлдары идаралығы етәксеһенә Республика менән идара итеү үҙәгендә шәхсән сығыш яһап, ҡасан тәртип урынлаштырасағы тураһында һөйләргә тәҡдим итте.  Юғиһә ул компетентлы органдарға мөрәжәғәт итәсәк.

“Бөтә трасса яҡтыртылырға тейеш.  Бик насар. Биш саҡырым үтәһең тағы ҡараңғы. Тулы тәртипһеҙлек! Бөтә трасса – 120 км, яҡтыртылырға тейеш”, – тип һүҙен йомғаҡланы Башҡортостан Башлығы.

Фото: Башинформ. 

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас