Бөтә яңылыҡтар

Ришат Төхвәтуллиндың кәләше ҡаты сирләй!

Хатта Әлиә Ҡарасуринаның ҡайһы бер концерттарын Ришат Төхвәтуллин алмаштыра,  бәғзеләре бөтөнләй кисектерелгән.

Ришат Төхвәтуллиндың кәләше ҡаты сирләй!
Ришат Төхвәтуллиндың кәләше ҡаты сирләй!

Йырсы Әлиә Төхвәтуллина (Ҡарасурина) Ҡазандағы концерты ваҡытында хәле насарайыуы тураһында хәбәр иткән ине. Ул башҡа концерттарын кисектереп торорға ла мәжбүр. Был хаҡта улар Ришат Төхвәтуллин менән социаль селтәрҙәрендә хәбәр итә:

– Дуҫтар, хәйерле сәғәттә. Концерттар буйынса видео яҙҙырырға булдыҡ. Әлиәнең сәләмәтлегенә бәйле рәүештә концерттарҙың күбеһе булмаясаҡ. Өфө концерттарына тиклем, бәлки, һауығып китер. Бөгөн Арсаға Әлиә урынына мин киләм. Ҡаршы булмаһағыҙ, – ти Ришат.

- Бик ныҡ ғәфү үтенәм. Сәләмәтлегемде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйғым килмәй. Шуға күрә бер аҙ ял итеп алам. Өфөлә буласаҡ концерттарыма тиклем һауығып алырға кәрәк ине. Ҡалған концерттарға бара алмайым. Сәлмәтлегем мөһимерәк, – ти Әлиә.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас