Бөтә яңылыҡтар

Әлдә үҙҙәре иҫән!

Асҡын районы Иҫке Күскилде ауылында янғынды иҫкәртеүсе прибор зыуылдап, ғаиләне ҡотҡарған. 

Әлдә үҙҙәре иҫән!
Әлдә үҙҙәре иҫән!

Асҡын районында күп балалы ғаилә янғындан иҫән ҡотолған.

Бөгөн таңда Иҫке Күскилде ауылында шәхси йортта янғын сыға. Ут 7х8 метрлыҡ бер ҡатлы бүрәнә йортто һәм таҡталы веранданы ялмап ала. Янғын ваҡытында йортта ата-әсә һәм 1 йәштән 16 йәшкә тиклемге 4 бала була. Янғын һөҙөмтәһендә бер кем дә зыян күрмәй, сөнки утты иҫкәртеүсе прибор көслө тауыш менән барыһын да аяҡҡа баҫтыра. Улар янғын һүндереү подразделениелары килгәнгә тиклем үк янған бинанан сығып өлгөрә. Урмияҙы һәм Ҡубыяҙ ауылдарының ирекле янғын һүндереү командалары Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре килгәнгә тиклем утты һүндереүгә тотона. Берлектәге тырышлыҡ менән янғын һүндерелә. Урында тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе үткәрә. Ғаилә ваҡытлыса туғандары янында йәшәйәсәк.

Фото: МЧС РБ.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас