Фатирҙарҙа бер нисә мең сим-карта табылған һәм тартып алынған. Уларҙы граждандарҙы террористик эшмәкәрлеккә, мутлашыуға һәм башҡа енәйәттәргә йәлеп итеү өсөн ҡулланғандар.
Ирина Волк, Рәсәйҙә 100-ҙән ашыу легаль булмаған элемтә узелы эшмәкәрлеге туҡтатылды, тип хәбәр итте:
- Рәсәй Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте һәм Рәсәй Тәфтиш комитеты менән берлектә 100-ҙән ашыу легаль булмаған элемтә каналының эшен туҡтатты. Улар Украинаның махсус хеҙмәттәре тарафынан илебеҙ граждандарын диверсия-террористик эшмәкәрлеккә һәм уны координациялауға йәлеп итеү өсөн ҡулланылған. Бынан тыш, был селтәр теракттар, дистанцион мутлашыу һәм башҡа енәйәттәр хәүефе тураһында хәбәрҙәр ебәреү өсөн дә файҙаланылған.
Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Севастополдә, Адыгея, Төньяҡ Осетия-Алания, Башҡортостан, Дағстан, Ингушетия, Татарстан, Карелия һәм Мордовия, Сыуашстан, Алтай, Байкал Аръяғы, Камчатка, Краснодар, Красноярск, Пермь крайы, Әстерхан, Белгород, Брянск, Владимир, Ивановск, Иркутск, Кемерово, Ленинград, Липецк, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Омск, Пенза крайы, Рязань, Ростов, Һамар, Свердловск, Тамбов, Тверь, Томск, Тула, Төмән, Силәбе Һәм Ярославль өлкәләрендә үткәрелгән саралар һөҙөмтәһендә 200-ҙән ашыу Рәсәй Федерацияһы гражданы Һәм сит ил кешеһе ҡулға алынған.
Улар сим-бокстарҙың законһыҙ эшләүен ойоштороуҙа, уларҙа ҡулланылған сим-карталарҙың баланстарын тулыландырыуҙа, шулай уҡ Рәсәй элемтә операторҙарының абонент номерҙарын законһыҙ таратыуҙа һәм интернет селтәрендә аккаунттарҙы теркәү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүҙә ғәйепләнә. 220-нән ашыу сим-бокс, 54 меңдән ашыу сим-карта һәм башҡа иҫбатлау әһәмиәтенә эйә булған әйберҙәр тартып алынған.
Был факттар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.