

Район үҙәгенең Көнсығыш-1 биҫтәһендә урынлашҡан полилингваль мәктәп тантаналы асылды. Заманса мәғариф учреждениеһына нигеҙ өс йыл элек һалынғайны. Дүрт ҡатлы белем усағында ҙур спорт залы, ашхана, сәнғәт мәктәбе һәм балалар баҡсаһы ҡаралған. Биләмәлә спорт һәм уйын майҙансыҡтары бар. Уҙған йылда 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы тәүге кескәйҙәрҙе ҡабул итте.
Асҡарҙа яңы полилингваль мәктәп асыуҙа видеобәйләнеш аша Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.Әбйәлил районы башлығы Айрат Әминевтың республика етәксеһенә символик старт биреүҙе һорап мөрәжәғәт итте:
- Хөрмәтле Радий Фәрит улы, мәктәп балаларҙы ҡабул итергә әҙер. Яңы уҡыу тарихын башларға рөхсәт итәһегеҙме?
-Рөхсәт итәм! - тип яуапланы Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе әбйәлилдәрҙе тантаналы ваҡиға менән тәбрикләне, уҡыусыларға һәм педагогик коллективҡа өр-яңы мәктәптә уңыштар теләне.
-Хәҙер республикала 12 полилингваль мәктәп булды. Бындай заманса комплекстар Баймаҡ, Мишкә, Учалы, Тәтешле, Хәйбулла райондарында, Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала һәм Сибайҙа эшләй, - тип билдәләне Радий Фәрит улы. – Ҙур һәм матур белем усағы йәш ғаиләләр йәшәгән биҫтәлә урынлашҡан, балалар күп. Яңы мәктәптә уҡыусылар тырышып белем алһын, ә уҡытыусыларға еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйем. Шәп объект килеп сыҡты, төҙөүселәргә рәхмәт!
Район етәксеһе тантанала ҡатнашыусыларҙы ҡотланы һәм ил өсөн еңел булмаған ваҡытта яңы мәғариф учреждениеһын төҙөү мөмкинлеге тапҡан өсөн республика башлығына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
- Яңы мәктәпте юҡҡа ғына “Хазина” тип атаманыҡ. Был бөтә талаптарға яуап биргән ҙур, заманса мәғариф учреждениеһы. Белем алыу усағында балалар тарихҡа, туған телгә һәм мәҙәниәткә ихтирам мөхитендә белем аласаҡ, республикабыҙ, илебеҙ патриоттары булып үҫәсәк. Район халҡы исеменән яңы объект өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм, – тине Айрат Зиннәт улы.
Район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Хәкимов яңы полилингваль мәктәп асыу төбәк тарихында ҙур ваҡиға һәм ул төплө белем биреү, таланттар үҫтереү үҙәге буласаҡ тип белдерҙе.
“Хазина”ның директоры Вәсилә Абсаҙыева ҡунаҡтарҙы заманса йыһазландырылған уҡыу бүлмәләре менән таныштырҙы. 640
уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәптә район үҙәгендәге ике биҫтә балалары белем аласаҡ. Бында музыка, спорт, ҡул эштәре менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар булдырылған.
Мәктәптең күп мәҙәниәт усаҡтары көнләшерлек матур тамашалар залында тәүге концерт уҙҙы. Талантлы балаларҙың дәртле сығыштары иҫтәлекле ваҡиғаға йәм өҫтәне.
"Хазина" ябай мәктәп кенә булмаясаҡ. Радий Фәрит улы билдәләүенсә: "Бөгөн яңы бинала уҡый башлаған балалар беҙҙең уртаҡ тырышлыҡты баһалаясаҡ һәм ысын кешеләр булып үҫәсәк».