-18 °С
Болотло
Өфө районының Зубов ауылында яыраҡ төндә Үҙәк урамында янғын сыға. Бер участкала ике бүрәнә мунса яна, ут тиҙ тарала. Ҡотҡарыусылар янғынды һүндерә һәм ҡара төтөн менән ҡапланған бинанан 41 тауыҡты алып сыға. Торлаҡ йорттарға ут таралыуына юл ҡуйылмаған. Янғындың сәбәбен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе асыҡлай.