Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең театр - мәртәбәле фестивалдә!

Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры 15 марттан 11 апрелгә тиклем Сыуаш республикаһының баш ҡалаһында үтәсәк XXX халыҡ-ара балет фестивалендә ҡатнаша.  

Беҙҙең театр - мәртәбәле фестивалдә!
Беҙҙең театр - мәртәбәле фестивалдә!

Башҡорт театрының гастролдәре 3 апрелдән 5-нә тиклем үтәсәк. Труппа тамашасыларға ике спектакль - азатлыҡ һәм мөхәббәт тарихын һүрәтләгән "Спартак"ты һәм көнсығыш дәрте һәм трагедияһы тураһында романтик "Баҡсаһарай фонтаны"н тәҡдим итә.

Фестиваль Сыуаш Республикаһының мәҙәни тормошоноң визит карточкаһы һәм Рәсәйҙең иң әһәмиәтле балет форумдарының береһе тип һанала.

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас