28 февралдә Израиль АҠШ менән бергә Иранға һөжүм башланы. Үс итеп, Тегеран Кувейтҡа, Тель-Авивҡа, Дубайға һәм Әбү-Дабиға бер нисә тапҡыр һөжүм итте. Рәсәй туристары өсөн популяр урын, күп сәйәхәтселәр өсөн төп транзит үҙәге булған Яҡын Көнсығыш ракета һөжүме арҡаһында шунда уҡ аэропорттарын япты. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Катарҙа, Оманда һәм Бахрейнда йөҙләгән рейс туҡтатылды, меңләгән турист ҡунаҡханаларҙа йәки аэропорттарҙа өйҙәренә осоуҙы көтөп ҡалды. Айырыуса Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә хәл киҫкен...
Бөтә аэропорттар ҙа әлегә өсөнсө мартҡа тиклем ябыҡ, аҙаҡ ни булыр - билдәһеҙ...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.