Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында кисә шаулап-гөрләп туй, әй юҡ, "Кейәүҙәр" спектакленең премьераһы үтте. Хәй Вәхит пьесаһы буйынса Фирғәт Ғарипов ҡуйған музыкаль комедия һәр кемдең күңеленә хуш килде. Бөгөн - премьераның икенсе көнө. Йыр-моңға, уйын-көлкөгә бай табынға, әй юҡ, тамашаға рәхим итегеҙ. Спектакль шулай уҡ 18 март көнө лә уйналасаҡ. Билеттарҙы алдан хәстәрләп ҡуйығыҙ.
Туй көнө килеп етте, тигәндә генә буласаҡ кәләш Банат менән кейәү егете Рәсүл һүҙгә килешә. Юлға сыҡҡан ҡунаҡтар, бешерелгән һый-ниғмәт, ғөмүмән, тотош тантана ҡурҡыныс аҫтында ҡала. Ни хәл итергә? Кәләш аптырап тормай, үпкәләгән һөйгәне урынына яҡын әхирәтенең егетен ултырта. Артабан ваҡиғалар нимә менән тамамланыр?
Спектаклдең хореографы - Александр Родионов, рәссамы - Сулпан Азаматова, яҡтыртыусы-рәссам - Сергей Гаевой.