Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраль , 17:00

Йыйырсыҡтарға ҡаршы ниндәй май яҡшы?

Күҙ тирәләй йыйырсыҡтар иң беренсе булып барлыҡҡа килә. Шифалы майҙар ярҙамында уларҙы кәметеп  була.  

Йыйырсыҡтарға ҡаршы ниндәй май яҡшы?
Йыйырсыҡтарға ҡаршы ниндәй май яҡшы?

 

  1. Зәйтүн майы.

Тиреһе хаҡында даими хәстәрлек күреүсе ҡатын-ҡыҙҙар араһында ул айырыуса популяр. Күҙ тирәләй барлыҡҡа килгән йыйырсыҡтарға ҡаршы зәйтүн майы менән ябай ғына компресс та яҡшы ярҙам итә. Бының өсөн мамыҡты зәйтүн майына манып алып 10 минутҡа  күҙгә ябып тороу ҙа етә. Аҙағынан иһә бармаҡтар менән әҙ генә массаж эшләп алырға мөмкин. Әгәр ҙә 50 г зәйтүн майына капсулалағы Е витаминын ҡушҡанда, күҙ тирәләй йыйырсыҡтарға ҡаршы туҡлыҡлы битлек килеп сыға. Уны көн һайын 5 минутҡа күҙгә  ябырға мөмкин. Аҙаҡтан салфетка менән генә һөртөп алырға.

  1. Аҡ май.

Күҙ тирәләй ыйырсыҡтарға ҡаршы ябай аҡ майҙың файҙаһы хаҡында күптәр белмәйҙер ҙә әле.  Өҫкө һәм аҫҡы күҙ ҡабаҡтарын төнгөлөккә аҡ май менән майлау ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә.  Ул йыйырсыҡтарҙан арынырға ғына ярҙам итеп ҡалмай, ә яңылары барлыҡҡа килеүен дә тотҡарлай. Крем әҙерләү өсөн 100 мл ҡайнар һыуға ½ ҡалаҡ  йүкә һәм ромашҡа сәскәһе һалырға һәм ҡапҡасын ябып, 15 минутҡа төнәтергә ҡуйырға.  Артабан ике ҡалаҡ ошо төнәтмәгә бер ҡалаҡ аҡ май ҡушып бутарға. Тағы ла бер ҡалаҡ кастор майы ҡушырға була. Барыһын бергә яҡшы итеп бутағас,  йоҡлар алдынан күҙ ҡабаҡтарына һөртөргә.

  1. Эфир майҙары.

Шулай уҡ күҙ тирәләй йыйырсыҡтарға ҡаршы эфир майҙары ла киң ҡулланыла. Улар юғары биоәүҙемлектәре менән айырылып тора, өҫтәүенә,   молекулалары  тиренең тәрән ҡатламдарына үтеп инергә һәләтле. Копресс эшләү өсөн персик, миндаль майын һәм башҡаларҙы ҡулланырға мөмкин.

Биттәге йыйырсыҡтарҙан арынырға кунжут майы ла ярҙам итә. Уны бер аҙ йылытып, йыйырсыҡтар күп булған урындарға һөртөп, бер сәғәт тоторға. Һуңынан салфетка менән артығын һөртөп алырға.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас