Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Февраль , 11:00

Ҡыҙыл көртмәленең һаулыҡҡа файҙаһы ҙур

Ҡыҙыл көртмәле (брусника) башҡа еләктәрҙән айырмалы рәүештә,  бик оҙаҡ һаҡлана ала.  Составында бик шәп антисептик – бензой кислотаһы бар. Ул еләкте зарарлы микроорганизмдарҙан һаҡлай, шунлыҡтан еләк тиҙ боҙолоп бармай.  Өҫтөнә ҡайнаған һыу ҡойоп һыуытҡысҡа ҡуйһаң да, оҙаҡ ваҡыт шул килеш кенә тора.   

Ҡыҙыл көртмәленең һаулыҡҡа файҙаһы ҙур
Ҡыҙыл көртмәленең һаулыҡҡа файҙаһы ҙур

 

 Көртмәлене юҡҡа ғына авитоминоздан тәҡдим итмәйҙәр. Ул шәкәргә, органик кислоталарға, калий тоҙҙарына, кальцийға, марганецҡа, тимергә, пектиндарға бай.

Әммә ҡыҙыл көртмәле бигерәк тә бәүел ҡыуығы һәм бөйөрҙәр ауырыуы – цистит менән пиелонефриттан файҙалы.  Ул бик яҡшы бәүел ҡыуҙырыу сараһы, әммә күп дозала ла  бөйөрҙәргә зыяны юҡ. Еләктең составындағы гликозид арбутин  организмда шәкәргә һәм гидрохинонға бүленеп, бөйөрҙәр аша сыға.  Гидрохинон бактерияларға ҡаршы көрәшеү үҙенсәлегенә эйә булараҡ,  был органдарҙы төрлө ялҡынһыныуҙан һаҡлай. Әммә гидрохинондың һелтеле мөхиттә генә бүленеп сығыуын оноторға ярамай. Шуға күрә табиптар  ҡыҙыл көртмәлене күп ашаған осраҡта һелтеле минераль һыу эсергә кәңәш итә.

Көртмәле һыуы (емештәрен ебетеп һаҡлаған һыу) түбән кислоталы гастриттан ярҙам итә. Иртән ас ҡарынға бер стакан ошо һыуҙы эскәндә, эс ҡатыуынан да файҙаһы тейә.

Көн һайын бер стакан ебегән  көртмәлене ашарға кәңәш ителә.  ОРЗИ-нан һәм ревматизмдан да шифаһы ҙур. Уны шулай уҡ  салаттар өсөн дә, итле аҙыҡ әҙерләгәндә лә ҡулланалар.

Емеше менән япрағынан әҙерләнгән төнәтмә  балалар энурезынан ярҙам итә.  Берәр ҡалаҡ  еләге менән   япрағына 400 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут талғын утта тоторға һәм һыуытып, һөҙөп алырға.  Ошо төнәтмәнең яртыһын  көн дауамында әҙ-әҙләп эсергә,  яртыһын – төнгөлөккә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас